09:42 (UTC+5), 29 Августа 2011

Миәкә районындағы кинотеатрҙың йәштәр үҙәге итеп үҙгәртелеүе ихтимал

Людмила Терновая
Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы кинотеатрҙы реконструкциялап, уны йәштәр үҙәге итеп үҙгәртергә теләйҙәр. Был проект Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткән муниципаль проекттарға йәмәғәт экспертизаһы конкурсында тәҡдим ителде. Дөйөм алғанда конкурста 160-тан ашыу муниципаль проект күрһәтелде.
Миәкә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зиннур Зыяҡаев уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән кинотеатр бинаһының бер нисә йыл буш тороуы хаҡында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта ауылда Балалар ижад йорто, реабилитация үҙәге, спорт комплексы кеүек социаль әһәмиәттәге объеттар өсөн биналар етмәй. Белгестәр фекеренсә, майҙаны 600 квадрат метрҙы тәшкил иткән кинотеатр бинаһын реконструкциялау һәм уның профилен үҙгәртеү был проблеманы хәл итергә ярҙам итәсәк. Был маҡсатҡа районға 19 миллион һум күләмендә аҡса талап ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика