05:45 (UTC+5), 22 Августа 2011

Рөстәм Хәмитов: «Аграрийҙарға формаль билдәләр буйынса ярҙам итеүҙән баш тартырға ярамай»

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 августағы эш сәфәре барышында Федоровка районының Үрге Яуыш ауылында ҡур етештереү технологияһы менән танышты.
«Солод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡур етештереү цехы 2003 йылдан эшләй. Бында ҡыҙыл һәм аҡ арыш ҡуры етештерелә. Әҙер продукция Өфөнөң «Восход» икмәк берекмәһенә, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты», «Ишембай икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә, «Яҡташ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, Ырымбур өлкәһе икмәкханаларына ебәрелә.
Перспективала предприятие цехты реконструкциялап, продукция сығарыу күләмдәрен арттырыуҙы планлаштыра. Бөгөн бында йылына 4,5 млн һумдан ашыулыҡ ҡур етештерелә. Цикорий киптереү предприятие эшмәкәрлегенең икенсе йүнәлеше булып тора.
Рөстәм Хәмитов, ҡур етештереү — йәшәүгә һәләтле бизнестың асыҡ өлгөһө һәм бындай предприятиеларға етештереү күләмдәрен арттыуҙа ярҙам итергә кәрәк, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәттең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре категорияһына ҡарамауы асыҡланды, шуның арҡаһында уның дәүләттән дотациялар һәм субсидиялар алыу мөмкинлеге лә юҡ. «Солод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өсөн был иң көнүҙәк проблема булып тора.
— Был беҙҙең аграрий һәм уға формаль билдәләр буйынса ярҙам итеүҙән баш тартырға ярамай, — тине Рөстәм Хәмитов. — Предприятиела үҙенсәлекле етештереү технологияһы булдырылған, һатыу баҙары бар, рентабеллек һәйбәт. Ҡур етештереү күләмдәрен ярайһы ныҡ арттырыу һәм цехты ҙурайтыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, тип уйлайым. Был районда яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Бөгөн цехта ай һайын 14-15 тонна эталонлы ҡур етештерелә. Уға булған һорау етештереү күләмен кәм тигәндә айына 100 тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеген бирә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика