10:33 (UTC+5), 19 Августа 2011

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар тәртибен билдәләне

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағымдағы йылдың декабрь айында үтәсәк Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау тәртибенә комментарий бирҙе.
Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына 450 депутат һайланасаҡ. Рәсәй Федерацияһы Президентының һайлауҙар көнөн билдәләү тураһындағы Указы баҫылып сыҡҡандан һуң, һайлау кампанияһы рәсми рәүештә старт ала.
Һайлауҙар пропорциональ һайлау системаһы буйынса үтәсәк, уға ярашлы билдәле бер кандидат түгел, ә сәйәси партиялар тарафынан тәҡдим ителгән кандидаттар исемлеге өсөн тауыш бирелә. Исемлек өсөн тауыш биреп, һайлаусы партияларҙың береһенә тауышын бирәсәк. Һайлаусыларҙың ете һәм унан да артыҡ процент тауышын йыйған кандидаттар исемлеге депутат мандаттарын бүлешеүҙә ҡатнашасаҡ.
Һайлау кампанияһы бер нисә этаптан торасаҡ. Партиялар өсөн ул кандидаттарҙың федераль исемлеген тәҡдим итеү буйынса съезд үткәреүҙән башлана. Федераль исемлек ике өлөштән тора: дөйөм федераль һәм төбәк. Дөйөм федераль бүлеккә ундан да артыҡ булмаған кандидат индерергә мөмкин. Ҡалғандары уның төбәк өлөшөнә инәсәк.
Партиялар үҙ форумдарын 30 көн дауамында үткәрергә һәм раҫлау өсөн исемлектәрҙе РФ Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырырға тейеш. Федераль исемлекте раҫлау йәки уны кире ҡағыу РФ Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан ете көн дауамында үтәлә. Раҫланған федераль исемлектәр тураһында мәғлүмәт интернетта урынлаштырыласаҡ.
Исемлектәрҙе раҫлағандан һуң, әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһында тәҡдим ителгән партиялар үҙҙәренең исемлектәре өсөн һайлау алды агитацияһын үткәреүгә иғтибарын йүнәлтә ала. Ҡалған партияларға, законға ярашлы, кандидаттарҙың федераль исемлеген яҡлап, һайлаусыларҙан ҡултамға йыйыу процедураһын үтергә кәрәк буласаҡ. 150-нән дә кәм булмаған имза йыйыу мотлаҡ. Һайлаусылар имзаһы ҡул ҡуйыу ҡағыҙҙарына индереләсәк. Унда закон менән ҡаралған мәғлүмәт, шул иҫәптән федераль исемлеккә ингән кандидаттар тураһында мәғлүмәт буласаҡ. Ҡултамғалар йыйған ваҡытта һайлаусыларҙы имзаларын ҡуйырға мәжбүр итеү йәиһә бының өсөн уларҙы бүләкләү тыйыла.
Ҡул ҡуйыу ҡағыҙҙары һәм башҡа документтар РФ Үҙәк һайлау комиссияһына кандидаттарҙың федераль исемлеген теркәү өсөн тапшырыла.
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы кандидаттарҙың федераль исемлеген тәҡдим иткән ваҡытта закон талаптарының үтәлеүен - тәҡдим итеү, һайлаусылар ҡултамғаһын йыйыу тәртиптәрен, кандидаттар тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшерәсәк. Бынан һуң кандидаттарҙың федераль исемлеген теркәү тураһындағы ҡарар, йәки уның теркәлеүен инҡар итеү ҡарары ҡабул ителә.
Артабан федераль исемлектәрен теркәгән партиялар һайлау алды агитацияһын үткәрә - һайлаусылар менән осраша, митингылар үткәрә. Һайлау көнөнә тиклем 28 көн ҡалғас, һайлау алды агитацияһы киң мәғлүмәт сараларында үткәрелә башлай.
Тауыш биреү яҡынса 4 декабргә билдәләнгән, уның йомғаҡтары буйынса Дәүләт Думаһының яңы депутаттар корпусы булдырыласаҡ. 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, алтынсы һәм унан һуңғы саҡырылыш депутаттарының вәкәләтлек срогы биш йыл тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика