14:03 (UTC+5), 19 Август 2011

Бөрө районында «Мин - граждан» республика йәштәр форумы үтә

Людмила Терновая
Бөрө районында «Мин - граждан» республика йәштәр форумы эшен башланы. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Йәштәр форумы һайлауҙарға әҙерләнеүгә, йәштәр һайлау штабтарының белгестәрен уҡытыуға, йәштәр араһында яңы лидерҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.
Көн элгәре форумды асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов ҡатнашты.
«Мин - граждан» республика йәштәр форумы Бөрө районының «Урман әкиәте» ял базаһында 18-22 августа үтә. Форум «Берҙәм Рәсәй» партияһы, шулай уҡ БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән ойошторолған. Форум эшендә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән 250-нән ашыу егет һәм ҡыҙ ҡатнаша.
Форум барышында йәштәрҙең билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт менән бәйләнеш өлкәһендәге белгестәр, предприятие директорҙары һәм республиканың башҡа билдәле кешеләре менән танышыу, ижади потенциалдарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Быйыл форум сиктәрендә уҡытыу биш тематик йүнәлеш буйынса алып барыласаҡ: йәштәр һайлау штабтарының технологтарын уҡытыу, йәш кандидаттарҙы муниципаль һайлауҙарға әҙерләү, интернет-өҫтөнлөк, «Урам» йүнәлеше буйынса эш, киң мәғлүмәт саралары менән эшләү, йәштәр парламентаризмы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика