Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
52.97
-0.39
55.89
-0.16
119.92
+1.94
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Август 2011, 16:36

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XII съезы 23-24 сентябрҙә үтәсәк

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XII съезы Мәскәүҙә 23-24 сентябрҙә үтәсәк, тип хәбәр итә ER.RU. Партия форумы 10 меңдән ашыу кеше йыясаҡ. Съезда Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа РФ Премьер-министры, партия лидеры Владимир Путиндың ҡатнашыуы хаҡында иғлан ителәсәк, төбәк исемлектәрендә тәүге өс кандидат буйынса һуңғы ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Халыҡ программаһы ҡабул ителәсәк.
Партия форумы алдынан, сентябрь башында Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең финал Төбәк-ара конференцияһы үтәсәк, унда партияның барлыҡ төбәк конференцияларына һәм төбәк проекттарына йомғаҡ яһаласаҡ. Төбәк-ара конференцияла шулай уҡ Халыҡ программаһы ла тикшереләсәк.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас в