13:43 (UTC+5), 08 Августа 2011

Башҡортостан Президенты Иглинда йәшәүселәрҙе ауылдың 225 йыллығы менән ҡотланы

"Башинформ"
Иглин районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин ҡасабаһының 225 йыллыҡ байрамында ҡатнашты, тип хәбәр итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.
«Бөгөн Иглин районында булыу, һеҙҙе шатлыҡлы, бәхетле итеп күреү бик күңелле, - тине республика башлығы, Иглинда йәшәүселәрҙе байрамдары менән ҡотлап. – Бөгөн көн яҡшы башланды – Урман ауылының хәрби часть келәттәрендәге ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күреүсе кешеләргә асҡыстар тапшырҙыҡ. Бөгөн ул кешеләрҙә лә ҙур байрам. Ике ай элек бәлә ине, ә хәҙер барыһы ла яҡшы бара: кешеләрҙең яңы фатирҙары, яңы өйҙәре бар».
Рөстәм Хәмитов республиканың Иглин районы халҡына, уларҙың хеҙмәтенә ҡарата ихтирамлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Иглин районы – ул һәр ваҡытта ла яҡшы кәйеф, ул – хеҙмәттә яҡшы һөҙөмтәләр. Иглин халҡы – ул Ватаныбыҙҙың тоғро кешеләре. Быны беҙ яҡшы беләбеҙ, - тип билдәләне республика Президенты. – Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт».
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ауылға нигеҙ һалыусы Елена Иглина исемендәге төҙөкләндерелгән паркта булды. Бында балалар ҡаласығы, спорт майҙансығы төҙөлгән, быуа таҙартылған. Рөстәм Хәмитов район етәкселегенә спорт майҙансығында заманса полимер ябыуҙы ҡулланыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика