Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Август 2011, 15:22

Обамаға Башҡортостандан ҡотлау ебәрелде

Барак Обамаға Башҡортостандан ҡотлау ебәрелде. Америка-Башҡортостан интерколледжы исеменән уның директоры, филология фәндәре кандидаты, доцент, АҠШ-тың Дәүләт департаментының У.Фулбрайт исемендәге фән һәм мәғариф өлкәһендәге академик алмашыуҙар Рәсәй-Америка программаһын тамамлаусы Вячеслав Швайко АҠШ Президентын 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡотланы.
«Бөтә кешелек донъяһының иғтибарын йәлеп иткән Барак Обамаға 50 йәш тулыу, әлбиттә, күпселек йәһәттән Америка Ҡушма Штаттары халҡына ҡағыла, - тиелә ҡотлауҙа. - Әммә беҙҙең Интерколледж коллективын да был ваҡиға илһамландыра, сөнки беҙҙең эшмәкәрлек туранан-тура АҠШ менән хеҙмәттәшлек итеүгә бәйле. Шуға күрә беҙ ҙә Барак Обаманы ҡотлап, уның эштәренә ҡарата һоҡланыу тойғоларын белдерергә теләйбеҙ. Ул яҡшы сәйәсмән, һөйкөмлө һәм маҡсатлы кеше, өлгөлө ғаилә башлығы. Уның барлыҡ өлкәләрҙә лә Рәсәй-Америка хеҙмәттәшлеген үҫтерергә ынтылыуын күрәбеҙ.
Барак Обаманың АҠШ Президенты вазифаһында булыу осоро беҙҙең Интерколледж өсөн был илдәге хеҙмәттәштәребеҙ менән мәғариф буйынса ныҡлы бәйләнештәр булдырыу менән билдәләнә. Атап әйткәндә, АҠШ-тың Дәүләт департаменты мәнфәғәттәре яҡлы Мәскәүҙәге АҠШ илселегенең инглиз теле офисы менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырҙыҡ. Беҙ төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн мәғариф буйынса яңынан-яңы уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, уҡытыу программаларыбыҙҙы яҡынайтырға теләйбеҙ.
Барак Обаманың был юбилей көнөндә беҙ уға ныҡлы һаулыҡ һәм уның бөгөн донъя кимәлендә алып барған конструктив сәйәсәтен дауам итеүен теләйбеҙ. Шулай уҡ сираттағы президент һайлауҙарында уңышлы ҡатнашыуын һәм еңеүен теләйбеҙ. Әгәр ул АҠШ Президенты вазифаһында ҡалһа, бының тотороҡлоҡ, илдәге тыныслыҡ һәм Рәсәй-Америка хеҙмәттәшлегенең ыңғай үҫеш гарантияһы буласағына ышанабыҙ».
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: