17:29 (UTC+5), 05 Августа 2011

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала праймериз кандидаттарының төбәк исемлеген етәкләй

Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала праймериз кандидаттарының төбәк исемлеген етәкләй. Йыйылған тауыштар һаны буйынса тәүге унау иҫәбендә - Константин Толкачев, Павел Крашенинников, Зөһрә Рәхмәтуллина, Павел Качкаев, Александр Дегтярев, Марсель Йосопов, Әнүәр Мәхмүтов, Андрей Назаров, Михаил Тарасенко. 5 августа «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында әйтелгән алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре шул рәүешле билдәләнә. Башҡортостан Республикаһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының яуаплы координаторы Александр Дегтярев, праймериз кандидаттары - РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, «Эшлекле Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рафаэль Мәрҙәншин, «Башҡортостан татарҙары» йәмәғәт ойошмаларының төбәк берлеге рәйесе Рәмил Бигнов журналистар менән осрашты.
Төбәк исемлегенә ингән алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына кандидаттар өсөн алдан тауыш биреү Башҡортостанда планлаштырылған 17 майҙансыҡтың унауһында үткән, унда 3600 вәкил ҡатнашҡан.
— «Экваторҙы» үткәндән һуң, праймериз барышында билдәләнгән тенденциялар хаҡында ла әйтергә була, - тине Александр Дегтярев. – Беренсе, асыҡтан-асыҡ һөҙөмтә – Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов 123 кандидаттан торған исемлектең лидеры булып тора. Кандидаттарҙың тәүге егермеһен алып ҡараһаҡ, унда берҙәм рәсәйлеләр менән бер рәттән – дүрттән бер өлөшө самаһы - Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре. Тәүге утыҙын алһаҡ, унда Халыҡ фронты тәҡдим иткән кандидаттар 30 процент самаһы тәшкил итә. Дәүләт Думаһында Башҡортостандан депутаттар һаны декабрҙә үтәсәк Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа республика һайлаусыларының тауыш биреү һөҙөмтәләренә бәйле билдәләнәсәге аңлашыла. Әммә исемлектәге күпселек кандидаттарҙың праймеризда танылыу алыуы көн кеүек асыҡ. Билдәле сәйәсмәндәрҙән тыш, улар араһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ҡараған йәмәғәт ойошмаларынан да яңы кешеләр күп.
Кандидаттар программалары уларҙың проблемаларҙы яҡшы аңлауын күрһәтә, ләкин был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә кандидат роленең ниндәй булыуын барыһы ла аңлап етмәй, тип белдерҙе Александр Дегтярев. Праймериз тағы ла ете майҙансыҡта үтәсәк һәм кандидаттар исемлегендә үҙгәрештәр ҙә булыуы мөмкин, тине ул.
Праймериздың йәнә бер мөһим һөҙөмтәһе –праймериз кандидаттары һаны йөҙҙән ашҡан Рәсәй төбәктәренең төркөмөн Башҡортостан етәкләй (был төркөмдә - Свердлов, Силәбе, Ростов, Волгоград, Новосибирск өлкәләре, Краснодар крайы һәм Дағстан Республикаһы).
Башҡортостан Республикаһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының яуаплы координаторы фекеренсә, был – праймеризға кандидаттар тәҡдим итеү процессында йәмәғәт ойошмаларының әүҙемлеге генә түгел, республикала был процедураның демократик тәбиғәтле булыуы күрһәткесе лә.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика