Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Август 2011, 12:43

Дүртөйлө районының ат-спорт комплексы заманса сабыш аттары эҙерләү үҙәге булырға тейеш

Дүртөйлө ҡалаһы янындағы «Арғымаҡ» ат-спорт комплексында Рөстәм Хәмитов ат аҙбарҙарын ҡараны, унда 60 ат аҫырала. Ат спорты буйынса спорт эшмәкәрлеге үҙәк эшенең төп йүнәлеше булып тора. Комплекс 1983 йылда К.Маркс исемендәге колхоз нигеҙендә балалар ат-спорт мәктәбе булараҡ төҙөлгән. Был ваҡыт эсендә спорт мастерҙары, халыҡ-ара класындағы спорт мастерҙары, жокейҙар әҙерләнгән.
Әлеге ваҡытта бында күпселектә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 25 бала шөғөлләнә. «Арғымаҡ» комплексы аттары бөтә Рәсәй, республика һәм зона ярыштарында күп тапҡырҙар еңеү яулаған.
Бөгөн комплексты капиталь ремонтлау өсөн 24 миллион һум аҡса талап ителә. «Арғымаҡ»та ремонт мотлаҡ тамамланасаҡ һәм комплекс заманса сабыш аттары әҙерләү үҙәге булып китһен өсөн уны глобаль реконструкциялау проектын әҙерләргә кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов.
Автор:"Башинформ" | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: