11:47 (UTC+5), 29 Июля 2011

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан Рәсәй ауыл хужалығында абсолют лидер булырға тейеш»

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Рәсәй ауыл хужалығында абсолют лидер булырға тейеш. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә бындай бурысты Рөстәм Хәмитов ҡуйҙы.
Бөгөн республика Рәсәй Федерацияһының алдынғы ауыл хужалығы төбәктәренең береһе булып тора һәм биш лидер иҫәбенә инә, тип билдәләне ул.
— Дөйөм алғанда был һөҙөмтә насар түгел, - тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Ләкин беҙ был позицияларҙы арттырыу өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙ абсолют лидер булырға тейеш. Һәм буласаҡбыҙ ҙа. Беҙҙә бының өсөн барыһы ла бар – һәйбәт кадрҙар, яҡшы институт, ауыл хужалығы киңлектәре, технологиялар, күп һанлы техника.
Рөстәм Хәмитов беҙҙең ауыл тотороҡло буласағына ышанысын белдерҙе, һәм Башҡортостан етәкселегенең ауыл хужалығына ярҙам күрһәтергә ниәтләүе хаҡында әйтте.
— Республикабыҙ дәүләт власының ауыл халҡына һәр ваҡыт, ниндәй ҙә булһа хәлдә лә ярҙам итеп торасағына шикләнмәйем, - тине ул.
2010 йылда Башҡортостан федераль үҙәктән 3,5 миллиард һум күләмендә өҫтәмә ресурстар йәлеп итә алды һәм төбәктә ҡоролоҡ эҙемтәләрен йомшартыуға өлгәште. Бөгөн дә республика етәкселеге аграрийҙарға ярҙам күрһәтеүҙең яңынан яңы сараларын таба: яғыулыҡ һәм техника алыуҙа аҡсалата ярҙам итә, һөт етештереүселәр өсөн сығымдарҙы кәметә.
— Был ярҙам күрһәтеүҙе беҙ һәр ваҡыт дауам итәсәкбеҙ, тип ауыл халҡын ышандыра алам, - тип һүҙен йомғаҡланы Рөстәм Хәмитов.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика