14:07 (UTC+5), 21 Июля 2011

Башҡортостанда федераль милектә булған ерҙәр йорт төҙөү өсөн файҙаланыласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы Федераль милектә булған ҡайһы бер ерҙәр йорт төҙөү өсөн файҙаланыласаҡ. Был хаҡта 21 июлдә БР Хөкүмәте Президиумының күсмә ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтте. Тейешле килешеү уның Мәскәүҙә Федераль Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Александр Браверман менән осрашыу барышында булдырылды.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренә ҡарағанда, август аҙағы – сентябрь башында республикаға Фондтың ҙур делегацияһы килергә планлаштыра. Тәү сиратта Өфөнән 100 километр радиустағы федераль милектә булған ерҙәрҙе йорт төҙөү өсөн биреү мәсьәләһе ҡараласаҡ.
— Беҙ шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм республиканың башҡа ҡалаларындағы хәлде лә тикшерәсәкбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Фонд менән бындай килешеү торлаҡ төҙөү өсөн участкалар етмәү мәсьәләһен бер ни тиклем хәл итергә ярҙам итәсәк. Улар хәҙер республикала ныҡ етешмәй. Һуңғы йылдарҙа уларҙы әҙерләү буйынса эштәр алып барылманы тиерлек.
Ер етешмәү проблемаһын хәл итеү өсөн Рөстәм Хәмитов йәнә бер тәҡдимен еткерҙе. Уның фекеренсә, ҡасандыр бүленгән участкаларға ревизия үткәрергә кәрәк.
— Йыш ҡына уларҙың нисек теләй шулай, ҡайһы саҡта шылтыратыу буйынса ғына, арзан хаҡҡа, «үҙ кешеләргә» бүленеүе сер түгел, - тине Башҡортостан Президенты. – Бөгөн был участкаларҙа бер нимә лә төҙөлмәй, уларҙы отошло һатып, аҡса эшләүҙе генә көтәләр. Ер спекуляция әйберенә әйләнде. Әгәр закон рөхсәт итә икән, ундай участкаларҙы тартып алып, барлыҡ хоҡуҡи процедураларға таянып, кире һатыуға ҡуйырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика