11:40 (UTC+5), 20 Июля 2011

Башҡортостанда Халыҡ программаһына 17 меңдән ашыу тәҡдим индерелгән

Марина Шумилова
Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Халыҡ программаһына 17 меңдән ашыу тәҡдим йыйылған, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Халыҡ программаһы төрлө форматтарҙа ҡарала. Йәш гвардиясылар тәҡдимдәрҙе ҡала һәм ауыл урамдарында, күп кеше йыйылған урындарҙа йыя. Күп кенә ҡыҙыҡлы инициативалар narodfront.ru интернет-сайтына килә. Эштең айырым йүнәлеше - Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ышаныслы кешеләренең халыҡ менән осрашыуы. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының ышаныслы кешеләре (улар Башҡортостанда 13) асыҡ дискуссия сиктәрендә Халыҡ программаһына тәҡдимдәр йыя.
— Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бик күп, хәҙер уларҙы эксперт төркөмө өйрәнә, - тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. – 1 августа тәҡдимдәр йыйыу тамамланасаҡ. Бынан һуң улар Николай Федоров етәкләгән Социаль-иҡтисади һәм сәйәси тикшеренеүҙәр институты тарафынан федераль кимәлдә тикшереләсәк. Унан һуң программа булдырыласаҡ, уның менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һайлауҙарға барасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика