09:07 (UTC+5), 15 Июля 2011

Сибайҙа тәмәке тартыуға ҡаршы баннер урынлаштырылды

Тимур Рәхмәтуллин
Сибайҙа тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән социаль реклама булдырылды. Баннерҙа тәмәке ҡабын йомарлап тотҡан килеш ҡулын һуҙған ҡыҙ һүрәте төшөрөлгән. Эргәһендә: «Тәмәке тартыуҙы дауам итәһеңме? 400 000 кеше Рәсәйҙә йыл һайын үлә! Тәмәкенән баш тарт – ул модала түгел!» - тигән яҙыуы бар.
«Башинформ» агентлығына «Айыҡ Сибай» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Артем Пушкарев хәбәр итеүенсә, бындай идея күптән барлыҡҡа килгән һәм, ниһайәт, ул ҡалала беренсе булып тәмәке тартыуға ҡаршы йүнәлтелгән социаль реклама щитын урынлаштыра алған.
«Айыҡ Сибай» рәйесе аңлатыуынса, Рәсәйҙәге Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Рәсәй төбәктәре етәкселәрен Краснодар крайынан өлгө алырға саҡыра. Унда йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуҙы тыйыу ҡарала.
Реклама урындарының 10 процент өлөшөн социаль рекламалар өсөн түләүһеҙ ҡулланырға мөмкин, ләкин был хаҡта күптәр белмәй, тип белдерҙе Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Әлфир Вәлитов.
— Беҙҙең ҡалаларҙа бындай баннерҙар күберәк кәрәк, - тине Әлфир Вәлитов. – Моғайын кемдер иғтибар итеп, уйға ҡалыр һәм үҙ-үҙен ағыулауҙан баш тартыр. «Айыҡ Сибай» ойошмаһына һәм Сибай һөт-консерва комбинаты етәкселәренә проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдергем килә. Минеңсә, башланғыс һалынды һәм киләсәктә беҙҙең ҡалала башҡа социаль мәсьәләләргә йүнәлтелгән бер нисә реклама щиттары булдырылыр.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика