09:02 (UTC+5), 15 Июля 2011

Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен менән осрашты

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты менән эш осрашыуы үткәрҙе. Гарри Оттен Өфөгә халыҡ-ара шашка буйынса ярыштарҙы асыу тантанаһына килгән.
— Бөтә донъя шашка федерацияһы менән ойошторолған ярыштарҙы ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, — тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып. — Ярыштар яҡшы үтһен өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Гарри Оттен әйтеүенсә, турнирҙа донъяның дүрт континенты спортсылары ҡатнашасаҡ. Ул, уйынды интернет аша бар донъя буйынса меңәрләгән тамашасы күҙәтә аласаҡ, тип билдәләне.
Осрашыуҙа Гарри Оттендың 2013 йылдағы ир-егеттәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатын Өфөлә үткәреү тәҡдиме тикшерелде.
— Беҙ күләмле, ҙур булмаған, хатта бәләкәй ярыштарҙы ла үҙебеҙҙә үткәреү инициативаларын хуплайбыҙ, — тине Башҡортостан Президенты. — 2013 йылға тиклем бындай чемпионат үткәреү өсөн мөмкинлектәребеҙ тағы ла артасаҡ. Һеҙҙең тәҡдимегеҙҙе ихлас ҡараясаҡбыҙ һәм уға ыңғай яуап булыр.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостандың баш ҡалаһында 16-17 июлдә — шашка буйынса донъя чемпионаты (тиҙ уйналыусы программа), 18 июлдән 24-енә тиклем донъя Кубогы (классик программа) үтәсәк. Турнирҙа донъялағы иң көслө уйынсылар ҡатнашасаҡ. Өфөгә сит илдәрҙән 120 ҡатнашыусы килгән дә инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика