11:16 (UTC+5), 15 Июля 2011

Белорет районында репрессияға тарттырылғандар иҫтәлегенә монумент асылды

Тимур Рәхмәтуллин
Белорет районы Йырматау ауылында репрессияға эләккән ауылдаштар иҫтәлегенә монумент асыу тантанаһы үтте, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.
Монумент асыуға бағышланған митинг Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарыуҙан башланды.
Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов митингыла сығыш яһап, бындай сараларҙы үткәреү нахаҡҡа сәйәси репрессияға тарттырылған кешеләр тураһында хәтер һаҡлауға, һәм был күренеште киләсәктә булдырмауға йүнәлтелгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һүҙен йомғаҡлап, ул сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алырға тәҡдим итте.
Митингыла шулай уҡ Йырматау ауылының оло кешеһе – 90 йәшлек яҙыусы Игорь Павлович Максимов, техник фәндәр кандидаты Рәйес Ғимазетдинов, Туҡан ауылы хакимиәте башлығы Юрий Калугин сығыш яһаны. Бер минут тын торғандан һуң, митингыла ҡатнашыусылар монументка сәскәләр һалды.
Митинг Туҡан ауылы мәҙәниәт йорто художестволы коллективтарының концерты менән тамамланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика