11:28 (UTC+5), 14 Июля 2011

Юрий Пустовгаров: «Башҡортостан Президенты Хакимиәтендәге кадрҙар үҙгәрешен ыңғай баһалайым»

Любовь Колоколова
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров Владимир Балабановтың Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнеүен ыңғай баһалай.
Яңы кадрҙар тәғәйенләү уңайынан «Башинформ» агентлығына комментарий биргәндә ул, «был динамизм тренды, республиканың администрациялау вариантынан бөтә яҡлап үҫешеүгә сираттағы аҙым яһауына тағы бер дәлил», тип билдәләне.
— Владимир Балабановтың тәжрибәһен был эш өсөн иң ҡулайы тип иҫәпләйем. Производство менән коммерция ойошмаларында һәм, әлбиттә, республика Хөкүмәтендә яуаплы вазифаларҙа эшләү тәжрибәһе булған Владимир Александрович кеүек белгестәр икеләтә ҡәҙерле. Шәхсән миндә берлектә эшләүебеҙҙән ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалды. Яңы тәғәйенләнештән дә тәьҫораттарым шундай уҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юрий Пустовгаров. — Юғары вазифаларға ярайһы йәш кешеләрҙең килеүе лә оҡшай. Йәштәр күберәк булған һайын яҡшыраҡтыр, тип уйлайым.
— Башҡортостан Президенты Хакимиәтендәге кадрҙар үҙгәрешен ыңғай баһалайым,— тип һүҙен йомғаҡланы республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика