08:58 (UTC+5), 13 Июля 2011

БР Президенты инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә ер биреү инициативаһын хупланы

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов һәм республиканың Әсәләр ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова менән эш осрашыуы үткәрҙе. Республикала ҡануниәт кимәлендә инвалид балалары булған ғаиләләргә ярҙам сараларын камиллаштырыу кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.
— Бөгөнгө көндә инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала, — тип билдәләне Гөлшат Ибраһимова. — Федераль ҡануниәткә ярашлы был ғаиләләр өсөн ер биреүҙең ташламалы шарттары ҡаралған. Әммә Башҡортостанда был ҡануниәт нормаһы башҡарыусылар кимәлендә тәғәйен механизмдар булмауы арҡаһында үтәлмәй. Беҙҙең ойошмаға әсәләрҙән был проблемаға бәйле мөрәжәғәттәр килә башлағас, тейешле инициатива менән беҙ рәйес урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова йөҙөндә республика парламентына сыҡтыҡ. Депутаттар беҙҙе хупланы, һәм хәҙер был мәсьәлә төбәк етәкселеге контроленә алынды.
Башҡортостан Президенты ла инвалидтар тәрбиәләнгән ғаиләләргә ер биреү нормаларын билдәләү өлөшөндә республика ҡануниәтенә төҙәтмәләр индереү инициативаһын хупланы.
Рөстәм Хәмитов республикала бөгөнгө көндә физик мөмкинлектәре сикләнгән нисә бала барлығы менән ҡыҙыҡһынды. Уға, Башҡортостанда 14 меңдән ашыу инвалид бала иҫәпләнә, тип хәбәр иттеләр. Һуңғы биш йылда был күрһәткестәрҙең уртаса биш процентҡа артыуы күҙәтелә. Был артыуға ауыл-ҡала күҙлегенән сығып ҡарағанда ла, статистиканың айырмаһы юҡ.
— Инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә һәм инвалидтар ғаиләләренә ер участкалары биреү темаһы, һис шикһеҙ, көнүҙәк, – тип билдәләне Башҡортостан парламенты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Бөгөн беҙ закон сығарыу акттары буйынса тәҡдимдәр индерергә, йәки ғәмәлдәге «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы тейешле законға индереләсәк үҙгәрештәр өҫтөндә эшләргә һөйләшеп килештек. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ер алыуға ярҙам итәсәк моменттарҙы айырып яҙырға кәрәк. Әлегә аныҡ ҡына ниҙер әйтеүе ҡыйын, ләкин мин, был ғаиләләрҙе учасканы һатмаҫҡа, йәки ҡуртымға бирмәҫкә һәм башҡа ошондай шарттар менән сикләргә тейеш түгелбеҙ, тип иҫәпләйем. Әгәр төҙөргә мөмкинлеге бар икән, ғаилә мотлаҡ быны эшләйәсәк. Әгәр мөмкинлеге булмаһа, ер ғаилә өсөн фатир мәсьәләһен хәл итеүҙә башланғыс капитал буласаҡ. Миңә ҡалһа, бындай ҡараш ошо категориялағы граждандарҙың социаль ярҙамға хоҡуғын тулы кимәлдә ғәмәлгә ашырыр ине.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика