08:12 (UTC+5), 12 Июля 2011

Республика элеваторҙары яңы уңышты ҡабул итеүгә әҙерләнә

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан элеваторҙары һәм ашлыҡ келәттәре яңы иген уңышын ҡабул итеүгә әҙерләнә. Бөгөн, 12 июлдә, Ғафури районында 2011 йылғы уңышҡа әҙерләнеү буйынса республика кәңәшмәһе үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев, ашлыҡ ҡабул итеү предприятиеларының, икмәк продукттары комбинаттарының һәм элеваторҙарҙың етәкселәре, Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығының һәм был тармаҡҡа ҡағылышы булған башҡа ойошмаларҙың вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар «Аҡкүл элеваторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә республиканың ашлыҡ ҡабул итеү предприятиеларының, икмәк продукттары комбинаттарының һәм элеваторҙарҙың матди-техник базаһын яңы ашлыҡты ҡабул итеүгә һәм 2011 йылғы иген уңышын эшкәртеүгә әҙерләүгә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика