Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Июль 2011, 12:10

Башҡортостан эҙәрмәндәре Тверь һәм Псков өлкәләренә экспедицияларға йомғаҡ яһаясаҡ

13 июлдә «Башинформ» агентлығында Башҡортостан эҙәрмәндәре Тверь һәм Псков өлкәләренә экспедициялар йомғаҡтары тураһында һөйләйәсәк. Осрашыуҙа БР Эҙәрмәндәр отрядтарының төбәк йәмәғәт фонды Советы рәйесе Илдар Бикбаев, «Бейеклек» (Межгорье), «Йондоҙ» (Дыуан районы), «Ватан» (Башҡорт дәүләт университеты) эҙәрмәндәр отрядтары командирҙары ҡатнашасаҡ.
Эҙәрмәндәр яҙғы экспедицияларға дөйөм йомғаҡ яһаясаҡ, 2 сентябргә (Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көн) планлаштырылған сараларға анонс бирәсәк. Илдар Бикбаевтың хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында улар үҙенсәлекле табыштар һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙар тураһында бәйән итәсәк.
Башлана – 15 сәғәттә.
Автор:Тимур Рәхмәтуллин
Читайте нас: