Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Июль 2011, 17:43

Ҡалҡан күле янында бөтә уңайлыҡтары булған туристар туҡталҡаһы асылды

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Учалы районындағы Ҡалҡан күле янында туристар туҡталҡаһы асылды. Районда бөгөнгө көндә быға оҡшаш 4 объект эшләй, быйыл уларҙы ойоштороуға һәм йыһазландырыуға 700 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бөгөн туҡталҡа урынында туризм һәм ял өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: машина ҡуйыу урындары ҡаралған, ял өсөн беседкалар төҙөлгән, усаҡ яғыу урындары ойошторолған. Күл янында тәбиғәттә ял итергә теләүселәр өсөн ҡулланырға барлыҡ кәрәк-яраҡтар ҙа бар.
Был туристар туҡталҡаһының үҙенсәлеге лә бар – һыбай йөрөү. Байрам ҡунағы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра доценты Ғәлиә Ғилманова әйтеүенсә, туҡталҡа ғаилә менән ял итеү һәм туризм өсөн бик тә ҡулайлы, уңайлы һәм хәүефһеҙ объект.
Автор: Людмила Терновая
Теги: туризм
Читайте нас