11:42 (UTC+5), 08 Июля 2011

Константин Канунников: «Беҙ Рәсәйҙең киләсәгенә битараф түгел»

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәй киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» төбәк бүлексәһенә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына инеүгә этәргес булды.
— Был хәрәкәт Рәсәй киләсәгенә битараф булмаған йәмәғәт ойошмаларын берләштерҙе, — тигән аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына төбәктәге йәш гвардиясылар штабы етәксеһе Константин Канунников. – Беҙҙе «Халыҡ бюджеты» һәм «Халыҡ программаһы» идеяһы йәлеп итте. Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр муниципаль, төбәк, федераль бюджеттарҙы кабинеттарҙағы сикләнгән даирәләр менән түгел, ә халыҡ алдында тикшереү ярҙамында формалаштырырға ҡарар ителгән. Дәүләтебеҙҙең алдағы биш йылда нисек үҫешәсәген билдәләүсе «Халыҡ программаһы» менән дә шул уҡ хәл, ул ышаныслы кешеләр аша халыҡ фекерен иҫәпкә алып, анкета ярҙамында формалаша. «Йәш Гвардия» активистары менән республика райондары һәм ҡалаларында 16 мең кешенән анкетаға яуаптар алынған. Уларҙың үҙҙәре йәшәгән тораҡ пункттарҙағы, дөйөм алғанда бар илдәге проблемаларға ҡарата фекере, шулай уҡ был мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәре Мәскәүгә ебәреләсәк һәм «Халыҡ программаһы»н төҙөгәндә иҫәпкә алынасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика