09:01 (UTC+5), 08 Июля 2011

Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары ҡымыҙҙы алкоголле эсемлектәр иҫәбенә индереүгә ҡырҡа ҡаршы

Тимур Рәхмәтуллин
Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, ҡымыҙҙы алкоголле эсемлектәр иҫәбенә индереү бөтөнләй дөрөҫ булмаясаҡ, тип иҫәпләй.
Вәлиәхмәт Бәҙретдиновтың «Башинформ» агентлығына әйтеүенсә, ҡымыҙ, кефир кеүек үк, бер ҡасан да алкоголь булманы.
— Ҡымыҙ – ғәжәп шәп эсемлек, — тине ул. – Уны хатта еңелсә алкоголле эсемлектәргә индереү ҙә дөрөҫ түгел. Был тәбиғи дарыу. Үпкә ауырыуҙарынан йонсоған рус яҙыусыларының барыһы ла ҡымыҙ эсеп һаулығын нығытҡан. Лев Николаевич Толстой, мәҫәлән, даими рәүештә Һамар башҡорттарына килгән һәм беҙҙең традицион эсемлекте яратып эскән. Бейә һөтө кеше өсөн үҙенә күрә бер бүләк ул.
Уның әйтеүенсә, төрки халыҡтарының тарихы аттар һәм ҡымыҙ менән тығыҙ бәйле. Уларҙың береһе лә тиерлек бер ҡасан да ҡеүәтле спиртлы эсемлектәр ҡулланмаған, һәм араларында алкоголиктар ҙа булмаған.
— Ҡымыҙ эсеү һәм эскеселек араһындағы айырма – ер менән күк араһы кеүек, — тип һығымта яһаны Вәлиәхмәт Бәҙретдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика