09:06 (UTC+5), 07 Июля 2011

Башҡортостанда төнөн һыҙғырыу тыйылды

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостанда төнөн һыҙғырыу тыйылды. Йырлау, бейеү, ҡысҡырыу, музыкаль инструменттарҙа уйнауға, пиротехника һәм тауыш тыуҙырыусы ҡулайламалар ҡулланыуға, төҙөлөш һәм ремонт эштәрен башҡарыуға ла ошондай уҡ тыйыу һалынды. Тәртип боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. «Төнгө ваҡытта граждандар тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһында»ғы тейешле закон БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде.
Яңы законға ярашлы төнөн тынлыҡ һаҡланырға тейешле объекттар һәм территориялар исемлеге билдәләнде. Был исемлеккә торлаҡ йорттар, ятаҡтар, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмалары, санатор-курорт, физкультура-спорт учреждениелары, социаль, көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм сауҙа ойошмалары, балалар майҙансыҡтары, ихаталар, автомобилдәр ҡуйыу урындары,торлаҡ зоналар янындағы урамдар һәм майҙандар, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача берләшмәләре, шулай уҡ йәмәғәт транспорты индерелде.
Эш көндәрендә 23 сәғәттән иртәнге 7-гә тиклемге ваҡыт араһы, ял һәм байрам көндәрендә 22-нән 9 сәғәткә тиклемге арауыҡ төнгө ваҡыт иҫәпләнә.
БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, яңы закон Башҡортостанда төнгө ваҡытта тәртип урынлаштырырға ярҙам итер, тип өмөтләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика