12:40 (UTC+5), 05 Июля 2011

Константин Толкачев «Кадрҙар резервы» лауреаттарына ҙур өмөттәр бағлай

Тимур Рәхмәтуллин
Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев «Кадрҙар резервы – илдең профессиональ командаһы» проекты лауреаттарына рекомендация хаттарын тапшырҙы. Күп һанлы дәғүәселәр араһынан киләсәктә лайыҡлы дәүләт эшмәкәрҙәре буласаҡ иң яҡшылары һайлап алынды, тип билдәләне ул.
— Беҙ һәр ваҡыт яңы талаптарға юлығабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев. – Үҙгәреүсән ситуацияға тейешенсә яуап бирер өсөн идара итеүселәрҙең профессиональ командаһын сифатлы итеп әҙерләү зарур. Был мәсьәләне «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия проекты «Кадрҙар резервы» хәл итәсәк. Бөгөн беҙ партияның был бурыстарын бойомға ашырыуҙа уңыш ҡаҙаныусыларҙың «илдең профессиональ командаһы» статусын алыуҙарына шаһит булдыҡ.
Константин Толкачев әйтеүенсә, ул проектта ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәленә, оҫталыҡтарына һәм белемдәренә шатланды.
— Улар тулыһынса талаптарға яуап биргән кешеләр, тип иҫәпләйем, — тине ул. – Беҙ уларҙы ҡанатыбыҙ аҫтына алдыҡ, үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ, улар дәүләт кимәлендәге мөһим бурыстарҙы хәл итергә ярайһы кимәлдә әҙер буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика