05:20 (UTC+5), 05 Июля 2011

Өфөлә «Гражданлыҡ Линияһы» йәмәғәт берекмәһенең презентацияһы үтәсәк

Тимур Рәхмәтуллин
Шишәмбелә, 5 июлдә, «Башинформ» агентлығының конференц-залында түңәрәк өҫтәл үтәсәк, унда «Гражданлыҡ Линияһы» Төбәк йәмәғәт берекмәһенең презентацияһы буласаҡ.
Түңәрәк өҫтәл ултырышында Башҡортостан Президенты Хакимиәтенән, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан, сәйәси партияларҙан, йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ултырышта «Берҙәм Рәсәй» партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, медиа-эксперт Дмитрий Трапезников сығыш яһаясаҡ. «Гражданлыҡ Линияһы»ның рәйестәше Андрей Потылицын булдырылған ойошманың маҡсаттары һәм эшмәкәрлегенең йүнәлештәре тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ хөкүмәт менән йәмғиәттең үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдары, Башҡортостанда гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫешеү мәсьәләләре буйынса дискуссиялар көтөлә.
Андрей Потылицын әйтеүенсә, «Гражданлыҡ Линияһы» гражданлыҡ йәмғиәтенең, унда булған процестарҙың камиллашыуы һәм модернизацияланыуы өсөн булдырылған. Башҡарма, закондар сығарыу һәм суд власы органдары эшмәкәрлегенә йәмәғәт контроле өсөн ҡулай шарттар булдырыу, иң мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн граждандар һәм дәүләт органдары мәнфәғәттәренең ярашыуын тәьмин итеү «Гражданлыҡ Линия»һының төп бурыстары булып тора.
Йәмғиәттәге социаль һәм гражданлыҡ бәйләнештәре өлкәһендәге буталсылыҡ хәүефен аңлап, «Гражданлыҡ Линияһы» үҙ эсенә халыҡтың әүҙем өлөшөн, илдең, республиканың, ҡаланың артабанғы яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе тупларға ниәтләй. Эшләү алымдары, йәмғиәт институттары менән бәйләнеш тотоу формалары, эшмәкәрлек йүнәлештәре һәм пландар тураһында түңәрәк өҫтәлдә әйтеләсәк.
Түңәрәк өҫтәл 17 сәғәттә башлана.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика