03:59 (UTC+5), 01 Июль 2011

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡы менән онлайн-конференция үткәрҙе

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ижтимағи электрон гәзит» ( www.i-gazeta.com) сайтында республика халҡы менән онлайн-конференция үткәрҙе.
Интернет селтәренән файҙаланыусыларҙы сәләмләп, Рөстәм Хәмитов республика граждандары һәм Башҡортостанға бәйле мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар менән бындай аралашыу форматының беренсе тапҡыр ҡулланылыуын билдәләне. Ләкин был формат һөҙөмтәле булһа, бындай саралар даимиға әүереләсәк. Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ла халыҡ менән интернетта ошондай осрашыуҙар үткәрһен ине, тигән теләген белдерҙе.
Республика башлығына «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына һорауҙар 29 июндә үк килә башланы. Уларҙы теләге булған һәр кеше бирә алды. Онлайн-конференция аҙағына сайтта 300-ҙән ашыу һорау теркәлде. Үкенескә ҡаршы, онлайн-конференция дауам иткән сәғәт ярым самаһы ваҡыт эсендә Башҡортостан Президенты барыһына ла яуап биреп өлгөрмәне. Рөстәм Хәмитов урындағы үҙидара органдарының халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеүенә, республикала социаль туризмды үҫтереүгә, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә, яңы балалар баҡсалары төҙөлөшөнә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыуға, инвалидтар өсөн пандустар төҙөүгә, юлдарҙы ремонтлауға һәм башҡа көнүҙәк темаларға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа яуап биреп өлгөрмәгән һорауҙар уға мотлаҡ яҙма рәүештә тапшырыласаҡ. Уларҙың иң ҡыҙыҡлыларына яуаптар «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» сайтында урын аласаҡ.
Ҡайһы бер ҡулланыусылар тура эфирҙа тулы яуабы өсөн Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт әйтеп, эшендә уңыштар теләргә өлгөрҙө.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика