Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.07
-1.31
97.45
-1.88
67.49
+0.05
7+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Июль 2011, 17:17
Өфөлә ҡыҙҙар өсөн лидерҙар мәктәбе ойоштороласаҡ
Парламент ҡатын-ҡыҙҙар клубы етәкселек вазифаларында эшләү өсөн йәш белгестәр әҙерләүҙе бойомға ашырырға ниәтләй. Был хаҡта бөгөн парламент ҡатын-ҡыҙҙар клубының беренсе ултырышында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева хәбәр итте. Яңы структура рәйесе хоҡуғында депутат клуб эшмәкәрлегенең төп өҫтөнлөктәрен билдәләне.
— Беҙ ҡыҙҙар араһында буласаҡ лидерҙар әҙерләүҙе төп маҡсатыбыҙ итеп күрәбеҙ. Ошо айҡанлы беҙҙең клуб ҡарамағында ҡатын-ҡыҙҙар - лидерҙар, төрлө кимәлдәге буласаҡ парламентарийҙар әҙерләү буйынса айырым мәктәп булыр, тип ышанам.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар клубының беренсе ултырышының темаһы «Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү тураһында»ғы закон проектына арналды. Ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән әҙерләнгән.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
закондар сығарыу
парламент ҡатын-ҡыҙҙар клубы
Читайте нас: