Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.78
+0.13
93.13
+0.45
68.84
+0.2
13+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Июнь 2011, 09:27
«Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙар ҡабул ителә
Бөгөн, 30 июндә, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың онлайн-конференцияһы үтәсәк.
Конференция дауамында, 18.00-дән 19.00-гә тиклем, Башҡортостан Президенты «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына килгән һорауҙарға яуап бирәсәк. Бер сәғәт дауамында сайтта «Рөстәм Хәмитовтың интернет-конференцияһы» битендә (http://www.i-gazeta.com/conference/bis.php) Рөстәм Хәмитовтың интернет селтәренән ҡулланыусылар менән аралашыуының видеотрансляцияһы алып барыласаҡ. www.i-gazeta.com сайтының «БР Президентына һорауҙар» http://i-gazeta.com/conference/index.php бүлегенә ингән һәр кем Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирә аласаҡ. Һорауығыҙҙы бирер алдынан, уларҙы сайтта баҫтырып сығарыу ҡағиҙәләре менән танышығыҙ http://i-gazeta.com/conference/rules.php. Республика Президентының онлайн-конференцияһы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында ла сағылыш табасаҡ.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты
интернет-конференциялар
Читайте нас: