14:58 (UTC+5), 30 Июня 2011

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координацион советы халыҡҡа сығарыласаҡ кандидатураларҙы тикшерҙе

Людмила Терновая
«Берҙәм Рәсәй» партияһының республика башҡарма комитетында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк Координацион советының сираттағы ултырышы үтте.
Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов ҡатнашты.
Ултырыш дауамында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координацион советы ағзалары РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн республиканың йәмәғәт ойошмалары менән күрһәтелгән кандидаттарҙы тикшерҙе. Раҫланғандан һуң улар халыҡ араһында тауыш биреүгә тәҡдим ителәсәк. Халыҡ праймеризы еңеүселәре 3-4 сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк партия съезында «Берҙәм Рәсәй» кандидаттары булараҡ күрһәтеләсәк.
Совет ағзалары халыҡ фронтының ышаныслы кешеләренең эш планын да ҡараны. Төп функцияларҙың береһе – төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙы халыҡ менән тикшереү өсөн халыҡ йыйылыштарын үткәреү, «Берҙәм Рәсәй» партияһы һайлауға алып барасаҡ халыҡ программаһына индереү өсөн тәҡдимдәр туплау тап уларҙың иңенә төшәсәк. Халыҡ фронтының ышаныслы кешеләре исемлегенә 13 кеше ингән. Уларҙың һәр береһе республикала киң билдәле һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙары булып тора.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика