17:46 (UTC+5), 28 Июня 2011

Башҡортостандың «берҙәм рәсәйлеләре» «Халыҡ бюджеты» проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен тикшерҙе

Людмила Терновая
Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышы үтте. Беренсе булып көн тәртибендә Башҡортостандағы Дөйөм Рәсәй Халыҡ Фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, шулай уҡ республикала «Халыҡ программаһы»н формалаштырыу сиктәрендә ышаныслы кешеләрҙең эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт күрһәтелгәйне.
Дөйөм Рәсәй Халыҡ Фронтының ышаныслы кешеләре яҡын арала йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙар үткәрәсәк. Был осрашыу һөҙөмтәләре буйынса бөгөн йәмғиәттә күҙәтелгән төп проблемалар асыҡланасаҡ, тимәк, уларҙы хәл итеүҙең оптималь юлдары билдәләнәсәк. Асыҡланған проблемалар һәм тәҡдимдәр партияның «Халыҡ программаһы»на индереләсәк, тип күҙаллана.
Был мәғлүмәттәр, шулай уҡ, «Халыҡ бюджеты» проекты нигеҙен булдырасаҡ. Шулай итеп, яҡын киләсәккә төбәк бюджетын формалаштырыуҙа теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша аласаҡ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика