07:46 (UTC+5), 28 Июня 2011

Бөгөн Башҡортоcтан мосолмандары Миғраж кисен билдәләйәсәк

Тимур Рәхмәтуллин
Бөгөн, 29 июнгә ҡарай төндә (мосолмандарҙың Рәжәб айының 27-се көнөнә ҡарай), мосолмандар Миғраж – Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең күккә күтәрелеү кисен билдәләйәсәк.
Был төндә ике ваҡиға була: пәйғәмбәребеҙ Мәккәнән Ҡотдосҡа килә һәм ете ҡат күккә аша.
Риүәйәткә ярашлы, төндә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡотдос ҡалаһының Әл-Аҡса мәсетендә ул Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осрашып, улар менән намаҙ уҡый. Унан һуң Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә. Мөхәммәт үҙе әйткәненсә, күктең беренсе ҡатында Әҙәм уға күк ҡапҡаларын аса, икенсе ҡатында уға - Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөһөндә - Йософ, дүртенсеһендә - Иҙрис, бишенсеһендә - Һарун, алтынсыһында – Муса, етенсеһендә Ибраһим пәйғәмбәрҙәр осрай. Күктең бөтә ҡаттарын үтеп, ул Аллаһы Тәғәлә менән осраша һәм уның менән һөйләшә. Был юлда пәйғәмбәргә ожмах менән тамуҡты күрһәтәләр, шулай уҡ ул Аллаһы Тәғәләнән, мосолмандар биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер ала. Мәккәгә кире ҡайтҡас, уның сәйәхәте бер мәл генә дауамында булғаны асыҡлана. Хатта юлға сығыр алдынан пәйғәмбәр ҡолатҡан һауыттан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.
Ҡағиҙә булараҡ, Миғраж кисенә тиклем көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, мосолмандар ураҙа тота. Ҡояш байыу менән Миғраж төнө башлана. Был ваҡытты ғибәҙәт ҡылып үткәрәләр. Мосолмандар мәсеттә йыйылып, пәйғәмбәрҙең күккә күтәрелеү тарихын һөйләйҙәр, намаҙ, Ҡөръән аяттары уҡыйҙар һәм һый-ниғмәт әҙерләйҙәр.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика