10:59 (UTC+5), 27 Июня 2011

Пермдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы асылды

Евгений Рәхимҡолов
Пермдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы асылды.
Ултырышта ҡатнашыу өсөн Пермгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов килде. Ултырыш Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота рәйеслегендә үтә. Федераль министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, округтың бер нисә төбәге башлыҡтары Волга буйы федераль округындағы энергетика комплексы үҫешенең перспективаларын тикшерәсәк.
Әлеге ултырыш темаһы бынан алдағы видеоконференция режимында үткән Совет ултырышында билдәләнгәйне. Григорий Рапота һүҙҙәренсә, бөгөн көн тәртибенә сығарылған мәсьәлә Волга буйы федераль округындағы бар төбәктәр өсөн дә көнүҙәк.
— Бөгөн округ өлөшөнә Рәсәйҙә электр энергияһын ҡулланыуҙың 18 проценты һәм илдәге электр станциялары ҡеүәттәренең яҡынса 20 проценты тура килә, — тине Григорий Рапота, ултырышты асып. – Рәсәй нефтенең 21 проценты беҙҙә табыла һәм бында 41 процент самаһы нефть эшкәртеү ҡеүәттәре тупланған. Шул уҡ ваҡытта 2020 йылға тиклем округта электр энергияһын файҙаланыу йылына 2,3 – 2,8 процентҡа үҫәсәк, ә ә электр энергияһын етештереү бынан күпкә кәмерәккә артасаҡ, тип күҙаллана.
Бындай перспектива һөҙөмтәһендә, Григорий Рапота фекеренсә, энергияны ҡулланыу һәм етештереү араһында дисбаланс барлыҡҡа килеүе ихтимал. Быны булдырмаҫ өсөн, энергияны һаҡсыл файҙаланыу практикаһын индерергә, электр селтәрҙәре торошон яҡшыртырға кәрәк. Ултырышта ҡатнашыусылар тап ошо мәсьәләләрҙе тикшерергә ниәтләй ҙә инде. Бынан тыш, улар электр энергияһын ҡулланыусы барлыҡ производстволарҙы ла энергетик хеҙмәтләндереү, эске тулайым продукт етештереүгә энергия сығымдарын кәметеү, нефть тармағы проблемалары, бензин һәм дизель яғыулығына хаҡтар тураһында ла һөйләшәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика