10:32 (UTC+5), 23 Июня 2011

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ һуғыш тураһындағы хәтерҙе киләсәк быуындарға тапшырырға тейешбеҙ»

Тимур Рәхмәтуллин
Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, 22 июндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа киткәндәр иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ монументҡа нигеҙ ташы һалыу тантанаһында ҡатнашты. Һәйкәл тимер юл вокзалы ҡаршыһында урын аласаҡ. Тантаналы сарала Башҡортостандың, Өфө ҡалаһының етәкселеге, һуғыш ветерандары, йәштәр булды.
— Хөрмәтле ветерандар, бөгөн тантаналы телмәр тота, фанфаралар яңғырата торған көн түгел, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн илебеҙҙә Ҡайғы көнө. Мин шуны әйтергә теләйем: бәлки һуңлаптыр ҙа, шулай ҙа беҙ 1941 йылда Өфөнән, Башҡортостандан фронтҡа киткәндәр алдындағы мөҡәддәс бурысыбыҙҙы үтәү – уларҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн йыйылдыҡ. Яҡын арала булдырыласаҡ монументҡа нигеҙ ташы һалабыҙ. Быны хаҡ һәм кәрәкле эштер, тип уйлайым. Был өлкәләге һеҙҙең менән беҙҙең эштәребеҙ һис шикһеҙ дөрөҫ, сөнки йәмғиәтебеҙҙә, илебеҙҙә һуғыш ҡайтауазы әле һаман ишетелә. Беҙ һуғыш тураһындағы хәтерҙе онотмаҫҡа, уны киләсәк быуындарға тапшырырға тейешбеҙ, тип уйлайым.
Тынлы оркестр оҙатыуында Башҡортостан Президенты һәм ҡунаҡтар буласаҡ монументтың нигеҙ ташына сәскәләр һалды.
Уның тимер юл вокзалы ҡаршыһында урынлашыуы ла осраҡлы түгел: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө егеттәре фронтҡа тап ошонан киткән. Үҙенең еңеүсе геройҙарын да Өфө халҡы ошонда ҡаршылаған.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика