13:07 (UTC+5), 23 Июня 2011

Федераль һабантуй Екатеринбургта үтәсәк

1-2 июлдә Екатеринбургтың «Локомотив» стадионында 11-се Федераль һабантуй үтәсәк. Рәсәйҙең 60 төбәгенән йыйылған 1,5 мең самаһы кеше байрам ҡунағы буласаҡ.
Фестиваль программаһына ярашлы, 1 июлдә (йома көндө) ҡалала күргәҙмә экскурсиялар, театрлаштырылған тамашалар һәм концерттар үтәсәк, ә киләһе көндө стадионда милли ихаталар, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрселек предметтары экспозицияһы йәйелдереләсәк, спорт ярыштары һәм халыҡ уйындары (бағанаға менеү, тоҡтар менән көрәшеү, көршәк ватыу, күнәктәр менән йүгереү, көрәш) үткәреләсәк, Башҡортостан, Татарстан һәм Свердловск өлкәһе сәнғәт оҫталарының концерты буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Свердловск өлкәһендәге Даими вәкиллеге байрамға үҙ майҙанын әҙерләйәсәк, тип көтөлә.
Аттарҙа дефиле ла планлаштырыла: стадион буйлап 10 һабыйлы үтәсәк, ә аҡ аттағы һыбайлы байрам әләмен күтәрәсәк.
Федераль Һабантуй Рәсәйҙа 2000 йылдан башлап үткәрелә. 2003 йылда ул Бөтә донъя фольклор-мәҙәни мираҫы булараҡ ЮНЕСКО программаһына индерелде. «Һабан байрамы» — бихисап Рәсәй халҡының яратҡан байрамдарының береһе. Татар һәм башҡорт халҡы йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, үҫеп килеүсе йәш быуынды халыҡ мәҙәниәте башланғыстары менән таныштырыу, уға ылыҡтырыу фестивалдең төп маҡсаты булып тора. Ҡағиҙә булараҡ, ил һәм Рәсәй төбәктәре етәкселәре һабантуй ҡунаҡтары була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика