12:02 (UTC+5), 22 Июня 2011

Нурислам Вәлиев: «Власҡа Рөстәм Хәмитов килгәндән алып республика ветерандарының хәле һиҙелерлек яҡшырҙы»

Тимур Рәхмәтуллин
Власҡа Рөстәм Хәмитов килгәндән алып Башҡортостанда республика ветерандарының хәле һиҙелерлек яҡшырҙы. Был турала Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа киткәндәр иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ монументҡа нигеҙ ташы һалыу тантанаһында Өфө ветерандары советы рәйесе Нурислам Вәлиев белдерҙе.
— Власҡа Рөстәм Хәмитов килгәс, һуңғы арала ветерандарға мөнәсәбәт һиҙелерлек яҡшырҙы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Нурислам Вәлиев. – Алға хәрәкәт күренде. Рөстәм Зәки улы баштан уҡ ветерандар эштәренең торошо, уларҙың йәшәйеше кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Һуғыш ветерандары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары менән осрашты. Уны һәр ваҡыт ветерандарыбыҙҙың нимәгә мохтаж булыуы ҡыҙыҡһындырҙы.
Башҡортостан етәкселегенең ветерандарға күрһәткән ярҙамы өсөн Өфө ветерандары советы рәйесе Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәтен белдерҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика