09:11 (UTC+5), 22 Июня 2011

Эшҡыуарҙар Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты программаһына тәҡдимдәрен индерҙе

Людмила Терновая
Республика эшҡыуарҙары берҙәм социаль һалымды 34 проценттан 20-гә төшөрөргә тәҡдим итте. Уларҙың фекеренсә, был бизнесҡа административ йөкләмәне кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Ошо һәм тағы бер нисә тәҡдимен «Эшлекле Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе вәкилдәре ошо көндәрҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының халыҡ программаһына индерҙе.
Башҡортостан эшҡыуарҙары фекеренсә, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты бизнес мәнфәғәтендәге мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн бик яҡшы майҙансыҡ булып тора.
— Халыҡ фронтының федераль һәм төбәк координация советы составына инеп, беҙ асыҡтан-асыҡ һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән тиң хоҡуҡта халыҡ программаһына тәҡдимдәребеҙҙе индерәбеҙ, был программа артабан «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ. Һәм бындай хеҙмәттәшлек беҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, — тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа һәм инновацияларға ярҙам буйынса советы рәйестәше, «Эшлекле Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рафаэль Мәрҙәншин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика