16:49 (UTC+5), 21 Июня 2011

«Ғәҙел Рәсәй» һуғыш балалары статусын индерергә тәҡдим итте

Евгений Рәхимҡолов
«Һуғыш балалары» махсус социаль статусы федераль закондар менән нығытырға тәҡдим ителде. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 70 йыл тулыу көнө алдынан бындай инициатива менән «Ғәҙел Рәсәй» партияһы сығыш яһаны.
«Башинформ» агентлығына партияның төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1929 йылдың 4 сентябренән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге арала тыуған граждандарға «Һуғыш балалары» статусын бирергә тәҡдим ителгән. «Ғәҙел Рәсәй» бындай кешеләр өсөн 500 һум күләмендә айлыҡ түләүҙәр индереүҙе һәм торлаҡ менән коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә 25 процентлыҡ ташлама биреүҙе кәрәк тип һанай. Бынан тыш, һуғыш башланыуға 70 тулыу уңайынан уларҙың һәр береһенә бер тапҡыр бишәр мең һум түләргә тәҡдим ителгән.
«Ғәҙел Рәсәй» вәкилдәре әйтеүенсә, бындай саралар ғәҙеллекте тергеҙергә мөмкинлек бирәсәк. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән кешеләр хәҙер инде бик оло йәштә һәм улар бөгөн дәүләттең иң етди ярҙамына мохтаж. Улар һуғыш заманы михнәттәрен үҙ иңендә татыған. Күбеһе ололар менән бер рәттән завод һәм фабрикаларҙа станоктар артына баҫып, Еңеү өсөн фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәренән кәм эшләмәгән. Әммә әле булһа был кешеләр дәүләт ярҙамынан мәхрүм. Һуғыш йылдарына эләккән балалыҡ йылдары уларға һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә тейешле ташламалар алыуға хоҡуҡ бирмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика