11:46 (UTC+5), 20 Июня 2011

Санкт-Петербургта ислам конференцияһы үтә

Тимур Рәхмәтуллин
Бөгөн Дәүләт Эрмитажында (Санкт-Петербург) «Рәсәйҙә Ислам. Цивилизация-ара диалог тәжрибәһе» фәнни конференцияһы үтә. Ул «Ғәрәбстан юлдары. Сауд Ғәрәбстанының археология ҡомартҡылары» күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолған, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар Малахов. Конференцияны Санкт-Петербург дәүләт университеты һәм Дәүләт Эрмитажы ойошторған.
Форум эшендә билдәле дәүләт, дини, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында Эрмитаж директоры Михаил Пиотровский, Татарстандың дәүләт советнигы – республиканың элекке президенты Минтимер Шәймиев, Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйесе Рауил Ғәйнетдин, Түбәнге Новгород ислам институты ректоры – Нижегородка өлкәһе мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары Дамир Мөхөтдинов, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты профессоры-шәрҡиәтсе Алексей Малашенко, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең Төньяҡ-Көнбайыш төбәге мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Жафяр Пончаев, Рәсәйҙең «Әл-Васатыйя» фән һәм мәғрифәтселек үҙәге директоры Фәрит Әсәҙуллин бар.
Башҡортостандан республика Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар Малахов һәм Рәсәй ислам университеты ректоры Ринат Раев ҡатнаша. Илдар Малахов Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге Өфө мәҙрәсәһе тураһындағы доклады менән сығыш яһай, унда Ризаитдин бин Фәхретдин исемендәге Өфө мәҙрәсәһе (әле – Рәсәй ислам университеты) өлгөһөндә 1980-1990-сы йылдарҙа Рәсәйҙә ислам мәғарифы үҫешенең этаптары тураһында һөйләй.
Конференцияла ҡатнашыусылар Выборгҡа ла барасаҡ, унда «Көнсығыш һәм Көнбайыш. Ислам донъяһы мәҙәниәте һәм сәнғәте» күргәҙмәһе экспонаттары менән танышасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика