10:48 (UTC+5), 20 Июня 2011

Башҡортостан вәкилдәре Силәбе һабантуйында ҡатнашты

Тимур Рәхмәтуллин
Силәбенең Еңеү баҡсаһында ҡала һабантуйы үтте, унда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Байрамды Силәбе өлкәһенең Татар һәм башҡорт мәҙәниәте үҙәге ойошторҙо. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итте.
Башҡортостан исеменән республика Хөкүмәте аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов, Учалы район Советы рәйесе Дамир Кәримов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкиле Индира Асланбаева, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ранис Алтынбаев ҡатнашты.
«Һабан байрамы» менән ҡала халҡын Силәбе хакимиәте башлығының социаль үҫеш буйынса урынбаҫары Игорь Лопаткин, Татарстандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Фәррәхов, Татарстандың Аҙнаҡай районы башлығы Рәфис Ғәлиев, Силәбе өлкәһе Татарҙар конгресы рәйесе Лена Колесникова, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Марат Йосопов ҡотланы.
Башҡортостан Республикаһы Президентының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов ойоштороусыларға байрам өсөн ҙур рәхмәтен еткерҙе.
— Һабантуй бөгөн тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ һәм хеҙмәт символына әйләнде, — тине ул. – Ул бөтә Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостан менән Силәбе өлкәһендә лә билдәләнә.
Майҙанда башҡорт һәм татар тирмәләре урынлаштырылғайны. Байрамға килеүселәр уларҙың эске биҙәлешен – сағыу балаҫтарҙы, таҫтамалдарҙы, сигеүҙәрҙе, ағастан яһалған кәрәк-яраҡ, музыкаль инструменттар, көнкүреш әйберҙәрен һәм хеҙмәт ҡоралдарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Таһылдар һәм етеҙҙәр өсөн спорт программаһы ла әҙерләнгәйне. Ә байрамдың йәш ҡунаҡтары өсөн айырым майҙанда балалар һабантуйы ойошторолдо.
Мәҙәни-күңел асыу программаһын Силәбе өлкәһенең, Башҡортостан менән Татарстандың үҙешмәкәр ижади коллективтары, шул иҫәптән Сибай һәм Нефтекама филармонияһы артистары тәьмин итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика