07:17 (UTC+5), 14 Июня 2011

Ҡала көнөндә Өфөлә салютҡа 15 мең кеше йыйылған

Евгений Рәхимҡолов
Ҡала көнөндә Өфөлә салют ҡарарға 15 мең кеше йыйылған. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.
Ғәҙәттә бындай тамаша күберәк халыҡты йыя. Еңеү көнөндәге салютты быйыл 15 мең тамашасы күҙәткән. Ә бер йыл элек Өфөлә Ҡала көнөндәге салютҡа 40 мең самаһы кеше сыҡҡан.
Тамашасылар иҫәбенең сағыштырмаса аҙ булыуы фейерверктың түбән сифаты менән түгел, ә көндөң һалҡын тороуы менән аңлатыла. Һыуыҡ булыуы арҡаһында халыҡ В.И. Ленин исемендәге майҙанда барған байрам программаһына ла артыҡ ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәгән – көн дауамында артистар сығышын ни бары 500 – 600 кеше күҙәткән.
Шулай ҙа, Павел Качкаев билдәләүенсә, уңайһыҙ һауа шарттарына ҡарамаҫтан, бөтә байрам саралары ла Өфөлә өҙөклөктәрһеҙ үткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика