05:00 (UTC+5), 01 Июня 2011

Рөстәм Хәмитов һәм Валерий Тишков милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм этномәҙәни сәйәсәт мәсьәләләрен тикшерҙе

Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты директоры академик Валерий Тишковтың осрашыуында милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм этномәҙәни сәйәсәт мәсьәләләре тикшерелде.
— Башҡортостандағы дини хәлдәр, этнос-ара татыулыҡты нығытыу хаҡында һүҙ барҙы, — тип осрашыу һөҙөмтәләренә аңлатма бирҙе Валерий Тишков. – Йәнә беҙ Мәскәү менән Башҡортостан ғалимдарының йәштәр субкультураһы һәм республикала тел сәйәсәте кеүек проблемалар буйынса берлектәге проекттарын башлау мөмкинлеге хаҡында ла һөйләштек.
Валерий Тишков билдәләүенсә, уның фекеренсә, Башҡортостан өсөн рус халҡының республиканан ситкә ағылыуы кеүек проблема ла көнүҙәк. Был хәл илебеҙҙәге һәр республикала ла тиерлек күҙәтелә.
—Башҡортостанда был мәсьәлә Төньяҡ Кавказ республикаларындағы кеүек киҫкен түгел, әлбиттә, — тине Валерий Тишков. – Рустарҙың башҡа төбәктәргә күсеү кимәле юғары түгел. Әммә был тенденцияны барыбер туҡтатырға кәрәк, сөнки рус халҡы ил күләмендә бик мөһим туплаусы ролен уйнай. Ул теге йәки был милләткә үҙенең компактлы йәшәү урынында тышҡы донъянан айырымланырға ирек бирмәй.
Валерий Тишков фекеренсә, бөтә Рәсәй халҡы, бар төбәктәр уртаҡ мөһим эштә – берҙәм Рәсәй милләтен формалаштырыуҙа ҡатнашырға тейеш. Әйткәндәй, ағымдағы йылдың февралендә Өфөлә үткән Рәсәй Дәүләт Советы Президиумы ултырышында ил Президенты Дмитрий Медведев та ошо бурысты ҡуйғайны.
—Айырмаларға ҡарағанда, илебеҙ халҡы араһында уртаҡлыҡтар күп,— тип иҫәпләй Валерий Тишков. — Рәсәй халыҡтарының этник яҡтан төрлө булыуына ҡарамаҫтан, рәсәйлеләр – бер халыҡ. Беҙҙә бер иҡтисад, милли ҡыҙыҡһыныуҙар һәм проблемаларыбыҙ ҙа берәү, милли проекттарыбыҙ уртаҡ, бер милли йыйылма командабыҙ бар. Шуға күрә Рәсәй халҡына полиэтник милләт булараҡ ҡарарға кәрәк. Был уның милли төрлөлөгөн инҡар итмәй. Рәсәйлеләр – этностан юғарыраҡ үҙаң формаһы. Беҙҙең ил кешеһе мотлаҡ рус булырға тейеш түгел. Шиғырҙа әйтелеүенсә, рус түгел мин, ләкин россиянмын. Бындай берҙәм полиэтник милләт беҙҙең илдә Совет заманында уҡ формалашҡан, һәм беҙгә ошоға әйләнеп ҡайтырға кәрәк.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика