Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Май 2011, 13:00

Рөстәм Хәмитов Урман ауылын тергеҙергә ҡушты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин районының Урман ауылын ҡарап сыҡҡас, был тораҡ пунктта кисекмәҫтән тергеҙеү эштәрен башларға бойорҙо. Ул тәү сиратта ауыл советы бинаһын тергеҙеүҙе һәм урындағы властың тулы ҡеүәтенә эшләй башлауын талап итте. Рөстәм Хәмитов мөмкин тиклем тиҙерәк мәктәп бинаһын рәткә индереү һәм зыян күргән йорттарға быялалар ҡуйыу кәрәклеген дә билдәләне.
— Бөгөндән башлап бында төҙөлөш бригадалары эш башларға тейеш, — тине Башҡортостан Президенты. – Был - тәү сираттағы бурыс. Беҙгә ҡасабаға йән өрөргә кәрәк.
Урмандың шартлаған арсеналға яҡын урынлашҡан өлөшө әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы кинофильм кадрҙарын хәтерләтә. Күп ерҙә йорт урынында күмерләнгән мейестәре генә ҡалған. Иҫән ҡалған йорт-ҡаралтыларҙа снаряд тейеүе асыҡ күренә. Күп йорттарҙың ҡыйығы ҡуптарылған.
Йәшәйеште тәьмин итеү системаларының барыһы ла әлеге ваҡытта эшкә ҡушылған. Электр уты, һыу һәм газ тоташтырылған. Яҡын арала ауылдың көньяғынан да ҡарауыл алынасаҡ һәм кешеләр өйҙәренә ҡайта аласаҡ. Ауыл халҡына беренсе матди ярҙам күрһәтелә башланы. Зыян күреүселәрҙең һәр береһе өсөн компенсацияның тулы күләме һуңыраҡ билдәләнәсәк.
Ләкин шуныһы асыҡ: боеприпастар келәте шартлауы эҙемтәләрен Урман халҡы тиҙ генә онота алмаясаҡ.
Ҡайһы бер кешеләр баҡсаларында шартламаған снаряд һәм уларҙың ярсыҡтарын табыуҙары хаҡында хәбәр итә. Күптәр паспорттарын һәм документтарын юғалтҡан.
Шәхси хужалыҡтар ҙа ҙур зыян күргән. Ауылда ҡалған һыйырҙар өс тәүлек һауылмаған.
Автор:Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: