06:17 (UTC+5), 27 Мая 2011

Григорий Рапота, Рөстәм Хәмитов һәм РФ оборона министры урынбаҫары Дмитрий Булгаков оператив штаб кәңәшмәһен үткәрҙе

Евгений Рәхимҡолов
Иглин районының Урман ауылы эргәһендәге ваҡиғалар урынына бөгөн иртән Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй оборона министры урынбаҫары армия генералы Дмитрий Булгаков килде. Снарядтар шартлаған боеприпастар келәтенән алыҫ түгел урынлашҡан штабта Григорий Рапота Дмитрий Булгаков һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Әлеге ваҡытта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Башҡортостан Президенты һәм РФ оборона министры урынбаҫары менән бергә шартлауҙар урынын ҡарар өсөн вертолетта һауаға күтәрелде.
Янғын урынында ҡотҡарыу хеҙмәттәре эшләй, мародерлыҡ осраҡтарына юл ҡуймаҫ өсөн тейешле саралар күрелә. Урман ауылы халҡы эвакуацияланған, әммә штабтан алыҫ түгел ерҙә биш автбус дежурға ҡалдырылған. Янғынды һүндереү өсөн һыуҙы яҡындағы быуанан ташыйҙар.
Боеприпастар келәтендә шартлауҙар әле һаман дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика