15:52 (UTC+5), 26 Мая 2011

Сауд Ғәрәбстаны Башҡортостан сәнәғәтенә инвестициялар һаласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Сауд Ғәрәбстаны Короллеге Башҡортостан сәнәғәтенә инвестициялар һалырға әҙер. Был хаҡта Өфөлә «Ҙур химия» форумында Сауд Ғәрәбстаны Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты шәйех Салех Абдалла Камель белдерҙе.
— Беҙҙең бизнес-берләшмәбеҙ Башҡортостандағы инвестицион проекттар буйынса һәр тәҡдимде ҡыҙыҡһынып ҡабул итәсәк, — тине ул. — Бигерәк тә илебеҙҙең һәм һеҙҙең республиканың уртаҡ темалары күп булыуы арҡаһында. Беҙҙә, һеҙҙәге кеүек үк, нефть табыу һәм эшкәртеү яҡшы үҫешкән. Әлеге форум Сауд Ғәрәбстанына атап әйткәндә - Башҡортостан, дөйөм алғанда Рәсәй менән яңы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырырға мөмкинлек бирер, тип ышанам.
Шәйех Салех Абдалла Камель Советтар Союзының үҙ ваҡытында Сауд Ғәрәбстанын таныған беренсе дәүләт булыуын билдәләп, уның ватандаштары Сауд Ғәрәбстанындағы тәүге совет илсеһе Кәрим Хәкимовтың Башҡортостандан булыуын яҡшы хәтерләүе хаҡында белдерҙе. Ул ил етәкселеге, ябай халыҡ менән дә дуҫтарса йылы мөнәсәбәттәр булдырыуға өлгәшкән һәм был илдә Ҡыҙыл Паша исемен алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика