Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Май 2011, 10:31

Рөстәм Хәмитов «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге менән осрашты

23 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Игорь Зюзин менән осрашыуы үтте.
Осрашыуҙа «Мечел» компаниялар төркөмөнә ҡараған «Белорет металлургия комбинаты» эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы. Атап әйткәндә, 2011 йылға 2,2 миллиард евронан ашыу суммала инвестициялар планлаштырылыуы билдәләнде, улар ҡорос ҡанаттар етештереү күләмдәрен арттырыуға йүнәлтеләсәк.
Рөстәм Хәмитов берлектәге эштәрҙе киңәйтергә теләк белдерҙе, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: