07:03 (UTC+5), 24 Май 2011

Башҡортостан Президенты бер йылда эшләгәндәре өсөн отчет бирәсәк

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был вазифала бер йыл эшләү йомғаҡтары буйынса республика халҡы алдында отчет бирәсәк. Был хаҡта ул граждандар менән телекүпер ярҙамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа аралашҡанында белдерҙе.
— Был вазифала эшләй башлауыма ике айҙан бер йыл тула, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һәм бер йылда эшләгәндәрем өсөн мотлаҡ иҫәп-хисап бирәсәкмен. Бындай тапшырыу август – сентябрҙә эшләнәсәк.
Республика Президенты, халыҡ менән тура эфирҙа аралашыу оҙайлылығы киләһендә өс сәғәткә тиклем арттырылыр, моғайын, тип билдәләне. Быға тура эфирға килгән һорауҙарҙың күп булыуы сәбәпсе. Уларҙың күбеһенә Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа яуап биреп өлгөрмәне. Улар БР Президенты Хакимиәтенә тапшырыласаҡ, һәм республика башлығы был һорауҙарға яҙма рәүештә яуап бирәсәк.
Был юлы һорауҙарҙың күбеһе Рөстәм Хәмитовҡа оло быуын вәкилдәренән килде. Шулай ҙа йәштәр ҙә юғары әүҙемлек күрһәтте. Йәштәр биргән һорауҙар нигеҙҙә торлаҡ менән тәьмин итеү, эшкә урынлашыу, эш хаҡы мәсьәләләренә һәм республика ауылдарында инфраструктураның насар үҫешкән булыуына ҡағылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика