08:22 (UTC+5), 23 Мая 2011

Халыҡ фронты Башҡортостанда ла эшләй башлай

Элиана Сәитова
«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтын ойоштороу һәм уның эшмәкәрлек органдарын булдырыуға арналған кәңәшмә үтте.
Фекер алышыуҙа республиканың ҙур йәмәғәт ойошмалары һәм берләшмәләренең, «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитетының етәкселәре һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәне Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ фронтын төҙөүгә яуаплы ойоштороусы, Владимир Путиндың Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Александр Дегтярев алып барҙы. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫарҙары Ринат Миһранов менән Владимир Федоров сығыш яһаны. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре, шул иҫәптән «Берҙәм Рәсәй» һәм Халыҡ фронты һайлауға барасаҡ программа эшләнмәләре тикшерелде. Халыҡ фронты сиктәрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең форматы тиңдәрҙең диалогын күҙаллауы айырып билдәләнде. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ингән йәмәғәт ойошмаларынан кандидаттар алдағы Дәүләт Думаһына һәм төбәк закондар сығарыу органдарына һайлауҙарҙағы кандидаттар праймеризында ла ҡатнашасаҡ.
— Халыҡ фронтының Координация советы федераль кимәлдә ойошторолдо, берҙәм рәсәйлеләрҙән тыш унда илдең алдынғы йәмәғәт ойошмалары инде. Ошондай уҡ органдар төбәк кимәлендә лә ойоштороласаҡ, — тип билдәләне Александр Дегтярев. — Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронтын ойоштороу буйынса эштәр Владимир Путиндың төбәктәге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә йөкмәтелгән. Киләһе аҙнала, 25 майҙа, республикалағы Халыҡ фронты Координация советының беренсе ултырышын үткәреүҙе планлаштырабыҙ. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк блогын ойоштороу ҡарарын Башҡортостандың йәштәр ойошмалары вәкилдәре лә хупланы. Бөгөнгө көндә 12 йәмәғәт берләшмәһе унда инеүгә заявка бирҙе.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика