Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Май 2011, 16:49
Башҡортостанда республика Президентының Ситуацион үҙәге ойошторола
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһы Президентының Ситуацион үҙәген ойоштороу тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы. Үҙәк идара итеүгә бәйле ҡарарҙарҙы әҙерләү һәм уларҙы ҡабул итеү процедураһын мәғлүмәт-аналитик ярҙам менән тәьмин итеүҙе, идара сифатын күтәреүҙе күҙ уңында тота.
Ситуацион үҙәктә федераль, ведомство, муниципаль һәм корпоратив мәғлүмәт ресурстары һәм системаларының үҙ-ара килешеп эш итеүенә нигеҙләнгән автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын ойоштороу планлаштырыла.
Был дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының Башҡортостан Республикаһының мөһим социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәренә өлгәшеү буйынса эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелегенә мониторинг үткәреү өсөн кәрәкле инфраструктура булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Президенты һәм республика Хөкүмәте эшмәкәрлеген мәғлүмәти һәм фәнни-аналитик яҡтан тәьмин итеү, шулай уҡ ведомство-ара, муниципаль-ара һәм төбәк-ара мәғлүмәт менән алмашыу системаның төп тәғәйенләнештәренең береһе булып тора.
Указға ярашлы Башҡортостан Президенты ведомство-ара эш төркөмөн ойошторорға ҡарар итте һәм уға бер ай эсендә Ситуацион үҙәкте ойоштороу һәм уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса саралар планын әҙерләп, раҫлауға тапшырырға ҡушты, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты указы
ситуация үҙәге
Читайте нас