Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Май 2011, 11:34
Башҡортостан Президенты ветерандар менән осраша
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары менән осрашыуы үтә. Осрашыуҙа дәүләттең социаль сәйәсәте мәсьәләләре, уның үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тикшерелә.
Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы ректоры Сергей Лаврентьев, республика райондары һәм ҡалаларынан ветерандар ҡатнаша.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ветерандар менән осрашыу уның өсөн – ҙур хөрмәт һәм оло шатлыҡ.
— Ветерандар менән һөйләшеү – һәр ваҡыт яуаплы, — тип билдәләне республика башлығы. — Һеҙҙең быуын күп нәмә эшләне һәм күп осраҡта беҙ ирешә алмаҫлыҡ ҡаҙаныштарға өлгәште.
Республика Президенты ветерандар менән республикала сәнәғәт, социаль туризм, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм оло быуын вәкилдәренәә һәр яҡлап ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин, Евгений Рәхимҡолов
Теги:
ветерандар
башҡортостан президенты
Читайте нас