09:10 (UTC+5), 19 Мая 2011

Башҡортостан Президенты яңы Премьер-министр эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне

Марина Шумилова
Бөгөн республика парламентына БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына Азамат Илембәтовтың кандидатураһын күрһәтеп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яңы Премьер-министрға тәү сиратта хәл итергә тура киләсәк төп мәсьәләләрҙе билдәләне.
— Иғтибар йүнәлтергә тура киләсәк иң мөһим эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе — ул Салауат – Стәрлетамаҡ сәнәғәт узелы нигеҙендә нефть һәм газ химияһы үҙәген булдырыу, — тине Башҡортостан Президенты. — РусГидро һәм Alstom француз компанияһы менән берлектә сәнәғәт технопаркы төҙөлөшө – республиканың машиналар эшләү комплексына яңы этәргес биреүгә һәләтле киләһе сәнәғәт проекты. Шулай уҡ Ҡариҙел йылғаһында гидроэлектростанция һәм Белорет районында тулы цикллы металлургия заводы төҙөлөштәре лә һис шикһеҙ өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә.
Иҡтисади уңыштың тағы ла мөһимерәк өлөшө тип Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта бизнесты атаны.
— Көнбайыштың – АҠШ, Италия, Францияның тәжрибәһе һәм көнсығыштың — Ҡытай йәки, мәҫәлән, Көньяҡ Кореяның тәжрибәһе лә был хаҡта һөйләй, — тип билдәләне республика башлығы. — Ниһайәт, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн ыңғай шарттар булдырырға кәрәк — был Хөкүмәтебеҙҙең иң мөһим бурысы. Эш хаҡын арттырыу, әлегә ул Рәсәй буйынса уртаса эш хаҡынан да бәләкәй, төҙөлөш комплексын әүҙемләштереү — былар ҙа беҙҙең эшебеҙҙәге төп йүнәлештәр. Граждандарыбыҙ улар буйынса һөҙөмтәләр көтә, һәм улар һөҙөмтә булырына өмөтләнергә хоҡуҡлы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика